Яңылыҡтар
12 Июль 2023, 12:09

Аҡъяр ауылында “Таналыҡ” бассейны асылды

-

Аҡъяр ауылында “Таналыҡ” бассейны асылдыАҡъяр ауылында “Таналыҡ” бассейны асылды
Аҡъяр ауылында “Таналыҡ” бассейны асылды

Бассейнды асыу тантанаһында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, БР капиталь төҙөлөш идаралығы учреждениеһының объекттарҙы реконструкциялау һәм  төҙөү буйынса начальник  урынбаҫары Эльмир Латыпов, район үҙәге халҡы, спорт һөйөүселәр һәм башҡалар ҡатнашты.

Бассейндың оҙонлоғо 25 метр, киңлеге – 9, тәрәнлеге – 1,2 метрҙан 1,8 метрға тиклем. Уның  дүрт йөҙөү  юлы бар һәм хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн дә инеү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бинала кейенеү, душ, сауна, тренерҙар, медицина хеҙмәткәре бүлмәләре һәм башҡалар бар.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас