

Иртәгә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ғаилә статусын, абруйын күтәреү маҡсатында уҙғарыла был байрам. 2010 йылдан башлап билдәләнгән был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә. Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм татыу ғаилә билдәһе булған. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы балалары булған кешеләр генә тулыһынса бәхетле булалыр.Йәштәр араһында ла татыулыҡтары, бер-береһен хөрмәт итеүҙәре, ҡәҙерләүҙәре менән тиңдәштәренә үрнәк булырҙай ғаилә парҙары бар.
Бөгөн район хакимиәтендә татыу, өлгөлө ғаиләләрҙе тәбрикләү сараһы уҙҙы.