

1. Әгәр сара уҙғарылмаһа, һеҙгә аҡсаны ғаризаһыҙ ҡайтарасаҡтар, ә сараны күсереү йәки һәр төрлө үҙгәрештәр тураһында алдан хәбәр итәсәктәр.
2. Бер ваҡиғаға бер нисә билет һатып алып булмаясаҡ. Улар исемле буласаҡ, ә һатып алыусының «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.
3. Карта хужалары мутлашыусыларҙан ышаныслыраҡ һаҡланасаҡ. Быға тиклем енәйәтселәр мәҙәниәт өлкәһендә шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм ялған сараларға билеттар менән сауҙа итә ине. Хәҙер билет һатыу менән берҙәм оператор ғына шөғөлләнә ала.
4. Мәҙәниәт ойошмалары һәм билет операторҙары «PRO.Культура.РФ» платформаһында теркәлергә тейеш буласаҡ (pro.culture.ru).
5. Мәҙәниәт учреждениелары өсөн яңы талаптар индерелә - улар юридик шәхес булараҡ теркәлгән булырға һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн матди-техник ресурстарға эйә булырға тейеш. Мәҫәлән, театр бинаһы йәки күргәҙмә залы.
6. «Пушкин картаһы» программаһында ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы ике аҙна арауығында махсус эксперттар советы ҡараясаҡ.
👉 Театрға һәм киноға яһалма билеттарҙан нисек һаҡланырға - ҡарағыҙ
«Пушкин картаһы» программаһына булышлыҡ итеү хеҙмәте: 8 (800) 100 06 45
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан