

Байғусҡар ауылы ҡыҙы Зөлхизә Сибай институтында тарих факультетында уҡып, ҡулына диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Урыҫбай мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Шул ваҡытта ул Аҡнаҙар егете Мансур менән танышып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
— Бәхетле ҡатын һәм әсәмен, — тине Зөлхизә Хәсән ҡыҙы үҙе тураһында һөйләүҙе һорағас. Үҙ йортоноң хужаһы булған ир-уҙаман үҙенең икенсе яртыһына ныҡлы терәк, балаларына тормош өлгөһө булғанда, һис шикһеҙ, ҡатын кеше үҙен бәхетле тоялыр. Шулай ҙа Ишкилдиндарҙың тормоштарының етеш булыуы, эштәренең уң барыуы ир менән ҡатындың берҙәй егәрле, эшһөйәр булыуы һөҙөмтәһелер.
–Егәрле, тырыш кеше, аҡыллы, ярҙамсыл, эш күрһәтеүсе атай, тоғро тормош иптәше,–ти Зөлхизә ире хаҡында. Ғаилә башлығы Ғәлиәхмәт мәктәбен бөткәс, Аҡъярҙа һөнәрселек училищеһында фермер һөнәренә уҡып сыға. Бөгөнгө көндә Санкт-Петербург ҡалаһына вахта ысулы менән эшләй. Ишкилдиндар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә. Мансур Фаил улы шулай уҡ өйҙәге мәшәҡәттәрҙән тыш, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ менән мауыға. Яңыраҡ ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә башлаған уларҙың бөгөнгө көндә 8 күсе бар.
Аҡнаҙарҙа ҡәйнәләре менән 7 йыл йәшәп, мәктәп ябылғас, 2012 йылда Татыр-Үҙәк ауылына күсәләр. Бер аҙ йәшәгәс, йәштәр үҙ көстәре менән өй һалып сығалар.
–Был ваҡытта ҡул ярҙамы ныҡ кәрәк саҡ ине, ике яҡтан да туғандар ярҙамлашты,–ти йәштәр.
Декрет ялынан сыҡҡас, 2016 йылда ауыл китапханасыһы булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгө көнгә тиклем уңышлы эшләй. Китап биреп кенә ултыра, тип әйтеп булмай уның тураһында. Төрлө саралар үткәреп, ауыл халҡын ойоштороп, берләштереп тороусы ла ул. Һәр байрамдың, сараның уртаһында ҡайнай.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 23-се һанында уҡығыҙ.