Яңылыҡтар
5 Июль 2023, 05:31

Эшһөйәрлекте юлдаш иткән Таҡаевтар

Ғаиләһеҙ кеше – ҡояшһыҙ көн кеүек. Әгәр ҡояш булмай торһа, донъялар күңелһеҙ, йәшәүе лә моңһоу. Ғаиләһеҙ йәшәгән кешенең дә тормошо күңелһеҙ, сөнки ғаилә – ул эсәр һыу ҙа, һулар һауа ла. Уның төп бурысы – бәхетеңде, мөхәббәтеңде аҙағына тиклем һаҡлап, бер-береңде хөрмәт итеп, лайыҡлы, эшһөйәр балалар үҫтереү. Таҡаевтар тап ошондай бурыстарҙы атҡарған өлгөлө ғаиләләр иҫәбендә.

Эшһөйәрлекте юлдаш иткән ТаҡаевтарЭшһөйәрлекте юлдаш иткән Таҡаевтар
Эшһөйәрлекте юлдаш иткән Таҡаевтар

Татыр-Үҙәк ауылы клубы хеҙмәткәре Раушания Таҡаеваны районда белмәгән кеше юҡтыр. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән осорҙа әллә күпме саралар ойошторған ул.
Раушания ханым Дүртөйлө районы Имай- Утар ауылында ишле ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килгән. 1983 йылда уларҙың ғаиләһе Хәйбулла районы Петропавловка ауылына күсеп килә. Раушания Рәсих ҡыҙы Өфө ауылы мәктәбен бөткәс, Ҡасим Шәрифйән улына кейәүгә сыға. Килен булып төшкән ғаилә лә ишле була. Ә Раушанияның ата-әсәһе Переволочан ауылына күсеп, бер аҙ шунда эшләгәс, кире тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Раушания тормош иптәше менән Переволочанға күсеп, бына инде 39 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ошо ауылда ғүмер итәләр.
–Бәләкәйҙән атайым-әсәйем ҡаты тоттолар, эшкә өйрәттеләр. Ошо йәшемә етеп, ҡыуанып бөтә алмайым, дөрөҫ, матур тәрбиә биргәндәренә. Беҙ ҙә шул тәрбиә менән үҙ балаларыбыҙҙы үҫтерҙек, –ти Раушания апай.
Йәш ғаилә Калинин исемендәге колхозда тырышып эшләй. Ғаилә башлығы алдынғы мал ҡараусы, ә Раушания Рәсих ҡыҙы ал бирмәҫ һауынсы була. Колхоз уларға йорт һалып бирә. Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп, намыҫлы эшләй Таҡаевтар.
–21 йыл колхозда һыйыр һауҙым, ҡымыҙ бештем. Унан һуң 17 бейә, 14 кәзә һауҙым. Иртә таңдан мал баҫыуға инмәһен тип, һыбай менеп, ҡарап сыға инем, ашханала ла эшләргә тура килде. Шул ваҡытта уҡ эстән моңланып, йырлап эшләй инем,–ти Раушания апай йылы хәтирәләргә бирелеп. Раушания Таҡаева бала саҡтан күрше-тирә балаларын йыйып, ата-әсәйҙәрҙең эш еренә барып, концерт та ойошторған. “Өлкәндәр илап ултырып тыңлай торғайнылар”, –ти ул.
–Тормош иптәшем Ҡасим менән 39 йыл бергә иңгә-иң терәп донъя көтәбеҙ. 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙек.

 

Мәҡәләне гәзиттең 23-сө һанында уҡырһығыҙ. 

 

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас