Яңылыҡтар
3 Июль 2023, 04:34

Юл хәүефһеҙлеге һағында

Бөгөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо уңайҙан Хәйбулла районы ЮХХДИ бүлегенең юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы, лейтенант Айрат Таҡалов менән һөйләштек.

Юл хәүефһеҙлеге һағындаЮл хәүефһеҙлеге һағында
Юл хәүефһеҙлеге һағында

Айрат Өлфәт улы Йылайыр ауылы мәктәбендә 9-сы класты бөткәс, Сибай медицина колледжында уҡып, ҡулына фельдшер һөнәре буйынса диплом ала.
—Атайым фельдшер булыпэшләгәс, ошо һөнәр миңә яҡын булды. Шуға ла тап медицина өлкәһен һайланым,—тип һүҙ башланы мәҡәлә геройым.
Колледжды тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһында һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Артабан Калининградта диңгеҙ пехотаһы составында хәрби бурысын үтәгәс, Сорғот ҡалаһының 2-се поликлиникаһында эшен дауам итә.
—Ике йыл эшләп, отпускыға ҡайтҡайным, ата-әсәйемдәр ситтә йөрөмә, яҡын-тирәлә эшлә тигәс, башҡа Себер яҡтарына бармаҫҡа булдым,—ти ул.
2020 йылда Хәйбулла районы ЮХХДИ бүлегенә эшкә урынлашып, әле лә автоинспектор булып уңышлы эшләй. Унан ҡатмарлы эше тураһында ла һөй-
ләүен һораным.
—ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшенең төп асылы – тәү сиратта юл дарҙа хәрәкәт хәүефһеҙлеген,именлекте тәьмин итеү. Юлдарҙа авариялар һанын кәметеү һәм водителдәрҙең дисциплинаһын арттырыу маҡсатында һәр көн водителдәрҙең юл хәрәкәте
ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерәбеҙ. Ошо ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоп, башҡаларға хәүеф тыуҙырған, балаларҙы транспортта йөрөтөү талаптарын үтәмәгән, эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе иҫкәртеүгә айырыуса ныҡлы иғтибар бирелә. Эскән килеш руль артына ултырыусыларға ҡануниәт буйынса ҡаты яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, фажиғәләр иҫәбе кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда ла уларҙың һаны арта.
Алкоголь ҡулланып руль артына ултырыр алдынан, водителдәр шуны онотмаһын ине. Юлығыҙҙа уйламаған фажиғә килеп сығып, унда кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал, —тип иҫкәртте өлкән инспектор.

Гүзәл Бохарбаева.

Тулы мәҡәләне гәзиттең 26-сы һанында уҡырһығыҙ. 

 

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас