

Киләсәктә йәки киләһе ун йыллыҡта фән һәм технологияларҙың талисманы ниндәйерәк булыр? Әйткәндәй, Башҡортостандың һәр кешеһе үҙ тәҡдимен индерә ала.
Әйткәндәй, Рәсәй фәненең талисманын билдәләү өсөн федераль конкурс иғлан ителде. 31 июлгә хәтлем талисмандың вариантын эшләп һәм матурлап талисман.наука.рф. конкурсына ебәрергә кәрәк. Һылтанма: https://clck.ru/34pC7A.
Иң шәп идея менән сығыш яһаған конкурсант йәш ғалимдарҙың өсөнсө конгресына юлланасаҡ. Форум Сочи ҡалаһында үтә. Рәсәйҙәр, шулай уҡ, башҡортостандар, әйҙәгеҙ, ҡатнашайыҡ конкурста, талисман һайлашайыҡ.
Фото: svetput.ru