2023 йылда абитуриенттарҙы 14 886 бюджет урыны көтә. Был уҙған йылдағыһына ҡарағанда 512-гә күберәк.
Документтарҙы
- белем биреү ойошмаһына шәхсән,
- юғары уҡыу йорто сайты аша
- Рәсәй почтаһы аша
- Дәүләт хеҙмәттәрендә «Юғары уҡыу йортона онлайн инеү» суперсервисы ярҙамында
https://www.gosuslugi.ru/vuzonline тапшырырға мөмкин
Документтар ҡабул итеүҙең тамамланыу датаһын белем биреү ойошмаһында асыҡлағыҙ.
Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары сайттары:
- Өфө дәүләт нефть университеты:
https://pk.rusoil.net/- Өфө фән һәм технологиялар университеты:
https://uust.ru/admission/- Башҡорт дәүләт медицина университеты:
https://priem.bashgmu.ru/- М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
https://bspu.ru/unit/196- Башҡорт дәүләт аграр университеты
https://www.bsau.ru/abitur/- З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
https://ufaart.ru/abitur/priyom-2023/- Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы
https://pk.bagsurb.ru/main/Һөҙөмтәләрҙе оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк - уҡырға ингәндәрҙең исемлеген 27 июлдә үк баҫтырып сығарырға ниәтләйҙәр.
Студенттарҙы ҡабул итеү ике этапта үтә. 28-30 июлдә - олимпиадасылар, ташламаға эйә булғандар һәм маҡсатлы йүнәлтмәһе булғандар өсөн өҫтөнлөклө, 3-9 августа ҡалған абитуриенттар өсөн ҡабул итеү ойошторола.
Әгәр факультетта урындар ҡалһа, өҫтәмә ҡабул итеү уҙғарылыуы ихтимал. Уның ваҡытын уҡыу йорто үҙе билдәләй, ләкин ул 29 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан