Яңылыҡтар
22 Июнь 2023, 10:17

Рәсәй кимәлендә тос награда

«Йәмәғәт финанстары менән идара итеү өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль берәмеге» XV Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды

Рәсәй кимәлендә тос наградаРәсәй кимәлендә тос награда
Рәсәй кимәлендә тос награда

«Йәмәғәт финанстары менән идара итеү өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы муниципаль берәмеге» XV Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда  Рәсәй Федерацияһының 296 муниципаль берәмеге ҡатнашты.Башҡортостан муниципалитеттары был конкурста әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы муниципаль районы «Бюджетты планлаштырыу һәм үтәүҙең юғары сифаты өсөн» номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

«Заманса шарттарҙа урындағы бюджеттар» XVI бөтә Рәсәй конференцияһы сиктәрендә муниципаль финанстар менән идара итеүҙә юғары ҡаҙаныштары өсөн почет грамотаһы менән Хәйбулла районы муниципаль райондың финанс идаралығы начальнигы Альмира Шәйәхмәтова наградланды.

Финансовое управление Хайбуллинского района

 



Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас