

2024 йылда дини байрамдарға бәйле ике көн эшләмәгән байрам көндәре тип билдәләнде.
10 апрелдә – Ураҙа, ә 16 июндә – Ҡорбан байрамы, тип хәбәр итә Башинформ.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарар шаршамбы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.