

14 йәше тулған үҫмерҙәргә хәҙер эшкә урынлашыуы еңелерәк. Рәсәй Дәүләт Думаһында тейешле закон ҡабул ителде
https://sozd.duma.gov.ru/bill/231551-8
Хәҙер балалар опека органдары ризалығынан тыш рәсми рәүештә 14 йәштән эшләй ала. Был йәштә хеҙмәт килешеүе төҙөү өсөн ата-әсәнең береһенең (опекундың) рөхсәте етә. Етем бала эшкә урынлашҡанда ғына опеканың ризалығы талап ителә.
Үҫмерҙәр эшкә урынлашҡанда бер нисә шарт бар. Әгәр бала мәктәптә йә колледжда уҡый икән, ул уҡыуҙан буш ваҡытта ғына эшләй ала. Етмәһә, эш ауыр һәм һаулыҡ өсөн зарарлы булырға тейеш түгел.
Шулай итеп, үҫмерҙәрҙе эшкә алыу эш биреүселәр өсөн - отошло, ә бәлиғ булмағандарға һөнәр серҙәренә төшөнөү һәм аҡса эшләү өсөн еңелерәк буласаҡ.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан