

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы 22 июндә пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарай. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Законды махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе сиктәрендә туризм критерийҙарын һәм үҙенсәлектәрен билдәләгән яңы статья менән тулыландырыу планлаштырыла. Критерийҙар араһында – махсус йыһазландырылған урындарҙа һәм маршруттарҙа туризмды ғәмәлгә ашырыу, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау.
Бынан алдараҡ «Башинформ» ҡурсаулыҡ биләмәләрендә ял итеү үҙенсәлектәре хаҡында хәбәр иткәйне.
Фото:Олег Яровиков.