

Элек-электән ҡеүәтле кадрҙар әҙерләү урыны булараҡ билдәле булған мәктәп алдынғы уҡыусылары менән дан тота. Улар уҡыуҙа ла, спортта ла һәр саҡ һынатмай. Сығарылыш уҡыусыларының күбеһе артабан республика ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итә. Мәктәпте тамамлаусылар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл тармағы эшселәре, дәүләт эшмәкәрҙәре, халыҡ рәссамдары, атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр бар. Баш ҡаланан иң алыҫ урынлашҡан ябай ғына ауыл мәктәбен тамамлаусылар республиканан ситтә лә билдәлелек яулай, район һәм республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән һәм индерә.
Бөгөнгө көндә лә Әбеш мәктәбе ошо юғары кимәлен юғалтмай, унда тырышып көс түгеүсе уҡытыусылар алдағы йылдарҙа һалынған изге традицияларҙы лайыҡлы дауам итә. Уларҙың күбеһе - иңендә бер нисә тиҫтә йыллыҡ педагогик стажы булған тәжрибәле уҡытыусылар. Мәктәптең юбилейы айҡанлы ниәтләгән сараны ла ҙур ойошҡанлыҡ, әҙекрлек менән уҙғарҙы. Мәктәп бинаһында экскурсия менән башланып киткән осрашыу йылы хәтирәләр, матур сығыштар менән һабантуй майҙанында дауам итте.
Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ