Яңылыҡтар
10 Июнь 2023, 12:10

Геройҙарҙың яҡындарына наградалар тапшырылды

*

Геройҙарҙың яҡындарына наградалар тапшырылдыГеройҙарҙың яҡындарына наградалар тапшырылды
Геройҙарҙың яҡындарына наградалар тапшырылды

Район һабантуйында  махсус хәрби операцияла һәләк булған  Хәйбулла яугирҙарының яҡындарына генерал Минниғәле Шайморатов  ордендары тапшырылды.  

Фуат Байрамғолов, Наил Ғәббәсов, Роберт Зәкиров һәм  Алексей Горшковтың яҡындары сәхнәгә күтәрелгәндә, батырҙарға һәм уларҙың туғандарына тәрән хөрмәт йөҙөнән барлыҡ халыҡ аяғүрә баҫты. Тыуған илгә хәүеф янағанда хәрби бурысын үтәгән яугирҙар алдында  баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлығы йәш быуын өсөн  илһөйәрлек өлгөһө.

Шулай уҡ район һабантуйында  әлеге ваҡытта СВО-нан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан  яҡташтарыбыҙ ҙа ҡатнашты.  Махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн  Руслан Мирәсов һәм Олег Куляминға Минниғәле Шайморатов миҙалдары тапшырылды.

 

 

Автор:
Читайте нас