Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 10:42

2024 йылдың 1 ғинуарынан социаль пенсия һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсияһы ғаризаһыҙ тәғәйенләнә

-

2024 йылдың 1 ғинуарынан социаль пенсия һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсияһы ғаризаһыҙ тәғәйенләнә2024 йылдың 1 ғинуарынан социаль пенсия һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсияһы ғаризаһыҙ тәғәйенләнә
2024 йылдың 1 ғинуарынан социаль пенсия һәм ҡараусыны юғалтыу буйынса страховка пенсияһы ғаризаһыҙ тәғәйенләнә

Был, дәүләттән ярҙам алыу еңеләйәсәк, тигәнде аңлата. Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә тейешле түләү алыу өсөн белешмәләр йыйып йөрөргә кәрәкмәйәсәк. Бындай законды Дәүләт Думаһы депутаттары ҡабул итте: https://sozd.duma.gov.ru/bill/160025-8

Бынан тыш, мәрхүм булған ҡараусының бәлиғ булмаған балаларына пенсия тиҙ арала, йәғни федераль регистрҙан үлем осрағы хаҡында мәғлүмәт килгәндән һуң биш эш көнөнән дә һуңға ҡалмайынса тәғәйенләнә.

Шулай уҡ, Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм ауыл хужалығында эш стажы тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр булғанда пенсияға билдәләнгән түләүҙе ҡайтанан ғаризаһыҙ иҫәпләйҙәр.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас