Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 07:21

Тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ

Бөгөн һигеҙ доброволец махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙТыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ
Тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ

Уларҙы оҙатырға яҡындары, туғандары килде.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Ватаныбыҙҙы һаҡларға ҡарар иткән доброволецтарға мөрәжәғәт итеп:

- Хәрби бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәрегеҙгә ышанабыҙ. Иң мөһиме, барығыҙға ла тыуған яҡҡа Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Яҡындарығыҙға сабырлыҡ теләйем. Һеҙҙең өсөн беҙҙең ишектәр һәр саҡ асыҡ, килегеҙ. Көн һайын тиерлек ҡыҫҡа ваҡыт ялға ҡайтҡан беҙҙең хәрбиҙәр менән осрашыуҙар үтә. Егеттәрҙең кәйефе көр, хәрби рухтары ныҡ. Уларҙың тиҙерәк тыуған яҡтарға ҡайтыуын теләйебеҙ. Махсус хәрби операция зонаһына  юлланыусы ҡыйыу һәм теүәккәл доброволецтар алдында баш эйәбеҙ, сөнки  бында етди аҙымға һәр кем бара алмай. Үҙ яғыбыҙҙан хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Хәйерле юл, һәммәгеҙҙе лә тыуған яҡта көтәбеҙ, - тине

Райондың имам-мөхтәсибе Ғүмәр хәҙрәт доброволецтарҙы Аллаһы Тәғәлә һаҡлап йөрөтөүен һәм имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне, бергәләп доғалар ҡылыу мөһимлеген билдәләне.

Иерей Дионисий ҙа изге теләктәрен юлланы, Ватаныбыҙ һәм яугирҙар именлеге өсөн уҡынырға саҡырҙы.

Юлға сығыр алдынан доброволецтарҙың һәммәһенә лә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап йөрөтһөн өсөн бетеүҙәр таратылды.

- Әгәр беҙ бармаһаҡ, тыуған илде кем һаҡлар? Шуға күрә балаларҙың яҡты киләсәге өсөн шундай ҡарарға килдем. Әрмелә хеҙмәт иттем һәм быға бер ҙә үкенмәйем. Ул беҙгә тормош дәресе бирҙе һәм бик күп нимәгә өйрәтте. Тәжрибәм махсус хәрби операция зонаһында кәрәк булыр тип уйлайым. Башҡаларҙың да теүәккәл һәм ҡыйыу булыуҙарын, тормошобоҙ именлеге хаҡына Ватаныбыҙҙы һаҡларға ҡарар итеүҙәрен теләйем. Үҙем биш тиҫтәне ваҡлауға ҡарамаҫтан, барырға ҡарар иттем. Сөнки Ватанды һаҡлау һәр ир-егеттең мөҡҡәддәс бурысы тип иҫәпләйем. Әлбиттә, атай-әсәйем, ҡатыным минең өсөн борсола, шул уҡ ваҡытта улар минең менән ғорурлана. Иң мөһиме, беҙҙе бында көтһөндәр. Ә беҙ Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Быға минең иманым камил, сөнки дөрөҫлөк беҙҙең яҡта, - тине махсус хәрби операция зонаһына юлланған доброволец.

Хәйерле юл һеҙгә, Ватаныбыҙ һаҡсылары! Тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас