Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 05:40

Тормошта һәр кемгә кәрәкле психологик алымдар:

.

Тормошта һәр кемгә кәрәкле психологик алымдар:Тормошта һәр кемгә кәрәкле психологик алымдар:
Тормошта һәр кемгә кәрәкле психологик алымдар:

Әгәр ҙә әңгәмә ваҡытында кеше нимәлер йәшергән йә әйтеп бөтөрмәгән кеүек тойолһа, ул кешенең күҙенә тура ҡарағыҙ. 90 % осраҡта һеҙ теләгән информация өҫкә ҡалҡып сығасаҡ.

🔶 Кемдер һеҙгә ҡысҡыра башланы икән, бер һүҙ ҙә өндәшмәгеҙ. Бер нисә минуттан уның асыуы һүреләсәк, һәм ул үҙен ғәйепле тоя башлаясаҡ. Ғәфү үтенеп ҡуйыуы ла ихтимал.

🔶 Әгәр ҙә һеҙҙе кемдер тәнҡитләргә йыйына икән, мәҫәлән, директорығыҙ, мотлаҡ уның ҡаршыһына, йә булмаһа янына ултырырға кәрәк.

🔶 Ныҡ тулҡынланған осраҡта һағыҙ сәйнәү ярҙам итә. Тик кеше алдында сығыш яһар алдынан һағыҙығыҙҙы ташларға онотмағыҙ.

🔶 Имтихан биргән ваҡытта уҡытыусыны үҙегеҙҙең иң яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ тип күҙ алдына килтерһәгеҙ, тулҡынланыуығыҙ кәмер. Тыныс тауыш менән яуап биргән кеше теманы яҡшы белгән кеүек тойола.

🔶 Күмәк кеше араһында, мәҫәлән, ҡунаҡта йәиһә эштә, көлкөлө хәл килеп тыуһа, һәр кем үҙенең күңеленә яҡын кешегә ҡарап көлә. Берәй ваҡыт ипләп кенә күҙәтеп ҡарағыҙ әле.

🔶 Осраған бер танышығыҙға һаулыҡ һорашҡанда исеме менән өндәшеп, мөләйем йылмайыу бүләк итһәгеҙ, ул кеше лә һеҙҙе осратҡан һайын үҙе лә ихлас йылмайып һаулыҡ һораша башлар.

🔶 Оҡшатып йөрөгән кешегеҙҙең иғтибарын йәлеп итергә теләһәгеҙ, уның яурыны артында урынлашҡан әйбергә текләп ҡарағыҙ. Ул кеше һеҙҙең күҙгә ҡараясаҡ. Шул ваҡытта уның да күҙенә яғымлы итеп ҡарарға өлгөрөп ҡалығыҙ.

🔶 Сығырығыҙҙан сығыр хәлгә етеп барғанығыҙҙы аңлау менән күҙҙәрегеҙҙе йомоп, тәрән итеп тын алығыҙ. Шунан 10 ға тиклем яйлап ҡына һанағыҙ. Ярҙам итә.

🔶 Кеше менән һөйләшкәндә тик уның күҙенә генә ҡарап һөйләһәгеҙ, ул һеҙҙең менән осрашырға ашҡынып торасаҡ. Гипноз тигән төшөнсәне һәр кем яҡшы аңлайҙыр.

🔶 Башҡарған эшегеҙ өсөн хаҡ һорағанда 20 % ҡа артығыраҡ һорағыҙ. Халыҡ һатыулашырға ярата. Һирәк кенәләр әйтелгән сумманы бер һүҙһеҙ түләй. Күп осраҡта хаҡты төшөрөүҙе талап итәләр. Шуға күрә, 20 % ташлама яһаһағыҙ ҙа, үҙегеҙ теләгән сумманы ала аласаҡһығыҙ.

🔶 Бер ҡасан да, бер кемгә лә тауыш күтәрмәгеҙ. Шул ваҡытта ғына һеҙ үҙ баһаһын, үҙ эшен белгән кеше булып күренерһегеҙ. Кешеләрҙең һеҙгә ихтирамы ла артыр.

https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды

Автор:
Читайте нас