Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 05:42

БИК ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

.

Хәҙер кеше ашай ҙа ята, ашай ҙа ята телефон тотоп. Бигерәк тә ҡала халҡына ҡағыла был, һәм бигерәк тә - йәштәргә. Шунан аптырайҙар инде, әле 40 та тулмаған, ҡайҙан миндә юғары ҡан баҫымы, йөрәк ауырыуҙары, остеохондроз, бил бөгөлмәй, муйын тотмай, ҡолаҡ сыңлай тип.

💚Ашағандан һуң ултырырға, ятырға кәңәш итмәй табиптар.
💚Йәйәү күберәк йөрөгөҙ. Күрше урамдағы кибеткә барыр өсөн дә такси саҡыртып ятмағыҙ.
💚 Спорт яратмай икәнһегеҙ, саф һауала ярты сәғәт булһа ла йөрөп килергә ғәҙәтләнегеҙ.
💚Иң файҙалы спорт төрҙәренең береһе - саңғы. Бөтә күҙәнәктәрегеҙ кислород менән туҡланыр.
💚Ике-өс бөртөк керегеҙ бар икән, ҡул менән йыуығыҙ. Электр яғыулығына ла экономия булыр.
💚Саң-туҙанға батып ятмағыҙ, был һаулыҡ өсөн зарарлы. Эйелеп иҙән йыуған инәйҙәрҙең биле 30 йәшлек ялҡау килендәрҙекенән күпкә нескәрәк.
💚Ир кешегә иң яҡшы физик күнекмә - ҡар көрәү. Тын юлдары таҙарып, асылып китә.
💚Форсат булһа, машинағыҙҙы үҙегеҙ йыуығыҙ. Ыңғай яҡтарын яҙып тормаһам да аңлашыла.
💚Хәлегеҙ бар икән, лифт саҡыртмай, йәйәү менеп-төшөгөҙ баҫҡыстан.
Әллә күпме дауам итергә булыр ине был кәңәштәр теҙмәһен. Аҡыллыға - ишара, ти. Кемдәрҙер мыйығына урап ҡуйыр, икенселәр үҙенсә дауам итеп тормошон, һаулығына зарланып көн күрер.

https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды

Автор:
Читайте нас