Яңылыҡтар
7 Июнь 2023, 07:15

Алдағы көндәргә һауа торошо

-

Алдағы көндәргә һауа торошоАлдағы көндәргә һауа торошо
Алдағы көндәргә һауа торошо

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика синоптиктары.

Бөгөн көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

8 июндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел төньяҡтан, көнбайыштан талғын, көндөҙ төньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус, көндөҙ +20, +25.

9 июндә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +18, +23.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-07/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-potepleet-do-25-gradusov-3290237

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Галина Бахшиева.
Автор:
Читайте нас