Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 05:15

Башҡортостанда июнь айында ниндәй һауа торошо көтә?

-

Башҡортостанда июнь айында  ниндәй һауа торошо көтә?Башҡортостанда июнь айында  ниндәй һауа торошо көтә?
Башҡортостанда июнь айында ниндәй һауа торошо көтә?

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндә Башҡортостанда йылы булыуы көтөлә. Уртаса айлыҡ һауа температураһы норманан 1° юғарыраҡ (уртаса айлыҡ температура нормаһы +17,4°), айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы (норма 50-70 мм) булыр тип фаразлана.

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, йома, 2 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ +24,+29°, көньяҡта +33° тиклем.

Шәмбе һәм йәкшәмбе, 3 һәм 4 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +13,+18°, төньяҡ-көнбайышта +8°, көндөҙ +22,+27°, көньяҡта +32°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-02/sinoptiki-soobschili-kakoy-budet-pogoda-v-bashkirii-v-iyune-3284678

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас