Яңылыҡтар
1 Июнь 2023, 09:39

Өфө аэропортынан Бодрумға рейстар тергеҙелә

-

Өфө аэропортынан Бодрумға рейстар тергеҙеләӨфө аэропортынан Бодрумға рейстар тергеҙелә
Өфө аэропортынан Бодрумға рейстар тергеҙелә

Azur Air авиакомпанияһы бер юлы ике йүнәлеш буйынса Төркиә курорттарына осоштар программаһын киңәйтә. Мәҫәлән, 6 июндән Бодрумға һәм Антальяға чартер программалары башлана.

Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бодрумға рейстар 10 көнгә бер тапҡыр 238 урынлыҡ уңайлы Boeing 757-200 самолеттарында башҡарыла. Антальяға осоу өсөн иһә аҙнаһына өс тапҡыр 336 пассажирға иҫәпләнгән Boeing 767-300 һауа суднолары йәлеп ителә.

Антальяға «Аэрофлот», Red Wings, Corendon Airlines һәм Southwind Airlines авиакомпаниялары ла осоштар башҡара. Өфөнән Төркиәнең популяр курорттарына октябрь аҙағына тиклем осорға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-01/iz-aeroporta-ufy-vozobnovlyayutsya-reysy-v-bodrum-3283638

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас