Яңылыҡтар
1 Июнь 2023, 05:51

Дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы алырға була

-

Дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы алырға булаДәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы алырға була
Дәүләттән өҫтәмә финанс ярҙамы алырға була

Республикала йәшәүселәр оҙайлы һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса программаһында ҡатнаша ала. Бынан алда Дәүләт Думаһында халыҡҡа финанс ярҙамының яңы ҡоралы тураһында закон ҡабул ителгәйне. Ул киләһе йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Программала ҡатнашыусылар аҡса һаласаҡ, ә дәүләт һалынған средстволарҙы берлектә финанслаясаҡ.

Аҡсаны оҙаҡ ваҡытҡа (15 йылға) һалырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы йыл һайын НДФЛ-ды кире ҡайтарыу иҫәбенә 52 мең һумға тиклем өҫтәмә килем аласаҡ. Ә күсерелгән аҡса дәүләт тарафынан 2,8 миллион һумға страховкалана.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Азат Йәнгиров һүҙҙәренсә, был программа ил халҡының көнкүрешен яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Айнур Акилов.
 
Автор:
Читайте нас