Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май , 14:38

Үксә тиреһен нисек йомшартырға?

.

Үксә тиреһен нисек йомшартырға?
Үксә тиреһен нисек йомшартырға?

Үксә тиреһе йәй көнө айырыуса тупаҫлана: ҡытыршылана, ярыла. Уны түбәндәге ысулдар ярҙамында йомшартырға мөмкин:

- 1 стакан шыйыҡ һабынға йәки гелгә тоҙ һалып бутағыҙ ҙа һыулы табаҡҡа һалығыҙ. Аяҡтарҙы шунда ярты сәғәт тотоғоҙ.

- 1 табаҡ һыуға 1–2 аш ҡашығы алма һеркәһе йәки лимон кислотаһы һалығыҙ. Аяҡтарҙы был ҡатнашмаға 10–15 минутҡа тығып тороғоҙ.

- 5әр ҡашыҡ ромашка, шалфей, 3 ҡашыҡ һары мәтрүшкәне бутарға, шуға 1,5 литр ҡайнап торған һыу өҫтәргә кәрәк. 10 минуттан ҡатнашманы ҡайнар һыу һалынған табаҡҡа бушатығыҙ. Аяҡтарҙы шунда 20–30 минут тотоғоҙ.

Бындай процедураларҙан һуң үксә тиреһен махсус щетка йәки пемза менән ышҡып, скраб менән дә таҙартырға онотмағыҙ.

Скрабты үҙең дә яһарға мөмкин. Бының өсөн әфлисун ҡабығын ваҡлап, зәйтүн майы өҫтәп бутағыҙ ҙа үксәләргә һөртөгөҙ. 20 минуттан йыуып төшөргәс, үксә тиреһенең йомшарып, таҙаарып ҡалғаның күрерһегеҙ.

https://vk.com/bashkortvk төркөмөнән алынды

Автор:
Читайте нас в