Өфөнөң Совет майҙанында «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы подразделениеларын оҙатыу сараһы була. Кесе йома, 1 июндә, Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы хәрби әҙерлек урынына юллана. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Алексей Сухоруков Стәрлетамаҡ районында тыуып үҫкән, Советтар Союзы Геройы. Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Артиллерия батареяһы командиры булған. Батырлыҡ өсөн «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнгән.
Әхмәт Дәүләтов — хәрби табип, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медик-санитар эскадрон командиры. Фронтҡа алынғансы Өфө госпиталендә яралыларҙы дауалаған. Орден-миҙалдар менән бүләкләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостандың баш ҡалаһында Сергей Зорин исемендәге танк батальонын һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһын тантаналы шарттарҙа оҙатыу хаҡында яҙғайны.