Яңылыҡтар
26 Май 2023, 11:19

Хәрби хеҙмәткә үҙ теләгем менән барам

Бүребайҙан Дмитрий махсус хәрби операцияға барған зонаға контракт буйынса китергә теләк белдергән. Уҙаман бер ниндәй ҡурҡыу хисе лә, шик-шөбһә лә юҡлығы тураһында белдерә.

Украинала махсус операция башланғанға йылдан ашыу ваҡыт үтте. Үҙ теләктәре менән “ҡыҙыу” нөктәгә китеүселәр һаны артҡандан-арта.

-Махсус хурби операцияға Былтыр уҡ йыйынғайным. Бәләкәй ҡыҙыма 18 йәш тулғанын көттөм. Әле пенсияға сыҡтым. Балаларым был тормошта имен-һау йәшәһен тием. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла бит, ата-бабаларыбыҙ беҙҙең өсөн, бөгөнгө тыныс күк йөҙө өсөн ҡан ҡойған,-ти ул.

Үҙем уға һорау бирәм, яуаптарын иҫем китеп тыңланым. Тыуған иле өсөн ғүмерен йәлләмәйенсә, тура мәғәнәһендә йәнен бирергә әҙер торған беҙҙең осорҙоң ысын геройҙары шундай була торғандыр инде.

-Миңә 50 йәш. Ҡатыным, өс балабыҙ бар. Ҡатыныма был ҡарар еңел бирелмәһә лә, ул минең теләкте хупланы. Был минең бурысым икәнде яҡшы аңлай ине. Мин сик һаҡсыһы. Беҙҙе алға барырға өйрәттеләр. Һуғыштан ҡурҡмайым, балалар тыныс йәшәһен,-ти ул.

Хәрби әҙерлек кәрәкме ул, тип һорайым мәҡәлә геройымдан. “Әрмелә хеҙмәт итергә тейеш булғандар, минеңсә, ҡорал менән дә ҡуллана белеү кәрәк, ҡайһы саҡ бер генә секундҡа тотҡарлыҡ та ғүмерҙе өҙөүе мөмкин”,-тип яуапланы. 

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас