

Мотоблок, ноутбук, туңдырғыс, телевизор йәки триммер отҡоң киләме? Улайһа "Хәйбулла хәбәрҙәре"нә яҙылырға ашығығыҙ һәм "Яҙыл һәм бүләк от" республика акцияһында ҡатнашығыҙ!
Бының өсөн нимә эшләргә?
2023 йылдың икенсе ярты йыллығына яратҡан "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенә һәм башҡа республика баҫмаһына яҙылырға.
2023 йылдың 15 июленә тиклем заявканы (исем-фамилия, адрес, телефон) һәм квитанция күсермәһен Нәшриәт йортона (адресы: 450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, ГУП РБ ИД «Республика Башкортостан», каб.212) йәки podpiska@rbsmi.ru электрон почтаһына «Подпишись и выиграй» яҙыуы менән ебәрергә кәрәк.
Отош уйыны июль аҙағында Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә.
"Хәйбулла хәбәрҙәре"нә яҙылырға ашығығыҙ һәм төрлө акцияларҙа ҡатнашып приздар отоғоҙ! Гәзитле лә, бүләкле лә бул!