Яңылыҡтар
22 Май 2023, 09:57

Ағас ултыртыу — изге ғәмәл ул

.

Ағас ултыртыу — изге ғәмәл улАғас ултыртыу — изге ғәмәл ул
Ағас ултыртыу — изге ғәмәл ул

Күмәкләп ағас ултыртыу - изге эш. Ағас тирә яҡты матурлап ҡына ҡалмай, һауаны таҙарта, ер- һыуҙы һаҡлай. Ата- бабаларыбыҙ ,тәбиғәт биргән байлыҡты файҙаланабыҙ икән, уны тулыландырып торорға "Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт",- тип васыят әйткән. Һәр кешегә кәмендә дүрт ағас ултыртыу фарыз тигәндәр.
Әбүбәкер"Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләр менән берлектә ошо изге ғәмәлде тормошҡа ашырҙы. Ағас ултыртыу өмәһе байрам кеүек үтте. Алдан билдәләнгән урынға ер ҡаҙып , ағас үҫентеләрен ултыртып  ҡуйҙы.Йәш үҫентеләр тамыр алып нығынып китер һәм бер нисә йылдан тирә- яҡҡа йәм биреп ултырыр Алла бирһә.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас