

– Үткән йылда Башҡортостан Ислам донъяһының 23 иле менән тышҡы сауҙа бәйләнешен булдырҙы. Башҡортостанда тауар әйләнешенең дөйөм күләменең 25 процент самаһы ошо илдәр өлөшөнә тура килә. Ислам партнерҙары менән тығыҙ бәйләнеште иҫәпкә алып, беҙ уларға республикабыҙҙың потенциалын күрһәтергә әҙерләнәбеҙ һәм беҙ тәҡдим иткән инвестиция, сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәр сит ил коллегаларыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырыр, тип ышанабыҙ, был, үҙ сиратында, Башҡортостан биләмәһендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк, - тип уртаҡлашты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Фото: Т. АМАНОВ.