

Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге ауыл хужалығы етештереүселәре делегацияһы SIAL China халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Шанхайҙа асылған күргәҙмә 20 майға тиклем эшләй.
Башҡортостан делегацияһы аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр, аҙыҡ-түлек сәнәғәте өсөн ҡорамалдар экспозициялары менән таныша. Бынан тыш, сараның эшлекле өлөшөндә ҡатнаша. Атап әйткәндә, донъя кимәлендәге аҙыҡ-түлек сәнәғәте саммитында, һөт һәм ит форумдарында, ҡытай йәмәғәт туҡланыуы форумында. Шулай уҡ Ҡытайҙың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге ассоциациялары һәм компаниялары вәкилдәре менән В2В форматында эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр планлаштырыла.
«Республиканың агросәнәғәт комплексын яңыртыу йәһәтенән Ҡытай етештереүселәре менән әүҙем эш алып барабыҙ, ошо хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Ҡытай Халыҡ Республикаһына үҫемлек майы, көнбағыш, етен орлоҡтары һәм бал оҙатабыҙ, — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. — Беҙгә аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте баҙарындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу һәм республика аграрийҙары өсөн отошло варианттар эҙләү мөһим».
2023 йылда SIAL China күргәҙмәһендә донъяның 70 иленән өс меңдән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмә сит ил компанияларына йүнәлеш билдәләй, шулай уҡ төбәк аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге тенденциялар һәм инновациялар тураһында мәғлүмәт бирә.
Автор:Галина Бахшиева.