

Дәүләт Думаһы депутаттары һуңғы уҡыуҙа махсус хәрби операция зонаһында булған йәки Рәсәйҙән ситкә хәрби хеҙмәткә ебәрелгән яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларының торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлаған закон ҡабул итте.
«Башинформ»ға парламенттың матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, ғаиләләр элекке эш урынындағы торлаҡ менән файҙаланыуҙы дауам итергә мөмкин. Әгәр торлаҡ ҡуртымға алынған икән, ҡуртым өсөн компенсация һаҡлана. Түләүҙәрҙең күләме хәрби дәрәжәгә, вазифаға һәм күпме йылдар хеҙмәт итеүенә бәйле түгел. Закон милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә лә ҡағыла, тип билдәләне Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.
«Был хәрби хеҙмәткәрҙең ғаиләһе объектив сәбәптәр буйынса уның артынан яңы урынға бара алмаған осраҡта кәрәк», — тине парламент рәйесе.
Фото:Олег Яровиков.