

Кире иҫәп башланды: Йәштәр көнөнә тиклем 41 көн ҡалды!
Быйыл байрам 24 июндә үтә – ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса Йәштәр көнө июндең һуңғы шәмбеһенә күсерелде.
Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ла байрам саралары - концерттар, квестар, спорт ярыштары планлаштырылған.
Ә Өфөлә 23 һәм 24 июндә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы үтәсәк. Унда ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ, йәштәр берләшмәләрен һәм берлектәге патриотик проекттарҙы үҫтереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Ағиҙел йылғаһы яры баш ҡалала төп байрам саралары майҙансығы буласаҡ. Бында косплей-фестиваль, диджейҙар конкурсы, уйын майҙансыҡтары, бейеү фестивале, квестар, спорт әүҙемлеге менән ҙур интерактив зона йәйелдереләсәк.
Ошонда уҡ Йәйге КВН кубогы, «Студент яҙы» еңеүселәре һәм саҡырылған артистар ҡатнашлығында концерт буласаҡ.
Быйыл Рәсәйҙә Йәштәр көнөн (https://youthday.ru/ ) бер үк ваҡытта ерҙә һәм ер аҫтында, һыуҙа һәм һауала билдәләйәсәктәр, тип билдәләй ойоштороусылар. Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән махсус карточкаларҙа таныша алаһығыҙ.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Автор:Гүзәлиә Балтабаева.