

Программа сиктәрендә эш биреүсе эшһеҙҙәрҙе эшкә урынлаштырған өсөн дәүләт ярҙамы ала.
Программала төрлө тармаҡтағы ойошмалар, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Субсидия алыу өсөн «Рәсәйҙә эш» (https://vk.cc/ccxMpd) порталында онлайн ғариза ҡалдырырға йәки мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Субсидия район коэффициентына, страховка иғәнәләре суммаһына һәм эшкә урынлашҡан кешеләр һанына арттырылған 3 минималь хеҙмәт хаҡына тиң. Эш биреүсе тәүге түләүҙе - дәғүәсе эшкә урынлашҡандан һуң бер ай үткәс, икенсеһен - 3 айҙан һуң, өсөнсөһөн 6 айҙан һуң аласаҡ.
Эш биреүсе, түбәндә һанап үтелгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырғас, дәүләт ярҙамы алырға мөмкин:
- махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм хәрби хәрәкәт барышында бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары
- Украинанан килгән ҡасаҡтар
- мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән 30 йәшкә тиклемге дәғүәселәр (шулар иҫәбендә - эш тәжрибәһе булмаған юғары уҡыу йортон һәм колледж тамамлаусылар, инвалид кешеләр, етем балалар, бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләре һәм башҡалар)
- штатты ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә эшен юғалтҡан хеҙмәткәрҙәр
- эштән бушатыу хәүефе янаған һәм икенсе эш биреүсегә күсерелгән хеҙмәткәрҙәр
Бының өсөн эш биреүсегә:
1- «Рәсәйҙә эш» (https://vk.cc/co7vCy) порталында онлайн ғариза яҙырға һәм вакантлы урындар исемлеген беркетергә йәки мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә
2 - тейешле кандидаттар ебәрелгәс, улар араһынан белгестәр һайлап алырға һәм эшкә урынлаштырырға
3 - шунан һуң бер айҙан Рәсәйҙең Социаль фонды сайтындағы (https://vk.cc/co7vE7) шәхси кабинет аша субсидияға ғариза ебәрергә
4 - эш биреүсе ғариза биргәндән һуң, Социаль фонд 10 көн эсендә компанияны һәм уның яңы хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән уларҙың эш хаҡын тикшерә, һуңынан субсидияның тәүге өлөшөн күсерә. Артабан фонд бөтә мәғлүмәттәрҙе тикшереп барасаҡ һәм субсидияның ҡалған өлөшөн ғаризаһыҙ түләйәсәк.
Мөһим. Ойошма 2023 йылға тиклем теркәлергә, уның эш хаҡы һәм мотлаҡ түләүҙәр - һалым, штраф һәм башҡалар буйынса бурысы булмаҫҡа тейеш. Хеҙмәткәрҙе тулы көнгә эшкә урынлаштырыу һәм уға минималь эш хаҡы күләменән кәм булмаған эш хаҡы түләү мотлаҡ. Әгәр эш биреүсе ошондай субсидия алырға теләй икән, хеҙмәткәр рәсми рәүештә эшһеҙ статусына эйә булырға тейеш.
Башҡортостандың эш биреүселәре өсөн эшселәр яллау буйынса субсидиялау программаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.cc/co7vzm
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан