Яңылыҡтар
16 Май 2023, 15:43

Ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Фуат Байрамғоловҡа Баҡал мәктәбендә таҡтаташ асылды.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлеге мәңгеләштерелдеҠаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлеге мәңгеләштерелде

Махсус хәрби операцияла һәләк булған Фуат Байрамғоловҡа Баҡал мәктәбендә таҡтаташ асылды. Ул ошо мәктәптә уҡыған. Таҡтаташ асыу сараһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов,  уҡытыусылар, уҡыусылар, яугирҙың әсәһе, яҡындары, класташтары һәм ауылдаштары ҡатнашты.

Фуат Байрамғолов 1970 йылда Баҡал ауылында донъяға килгән. Мәктәптән һуң, 110-сы һөнәрселек училищеһында белем ала. 1988-1990 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә  хеҙмәт итә. Армиянан һуң, өйләнә һәм Ҡыҙылсай ауылында (Ҡаҙағстан) һәм Владимир өлкәһе Ковров ҡалаһында йәшәй. 4 бала үҫтерәләр. 2022 йылдың декабрь айында махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән китә. 

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас