

Башҡортостан буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Ленин район-ара тәфтиш бүлеге металл ҡабул итеү пункты хеҙмәткәренең үлем осрағы буйынса тикшереү башлаған.
14 майҙа Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендәге металл ҡабул итеү пункты биләмәһендә шартлау булған, һөҙөмтәлә 55 йәшлек эшсенең ғүмере өҙөлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, шартлау хәрби снарядты һүткәндә яңғыраған.
Фажиғә урынына Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре, тәфтишселәр килгән.