Яңылыҡтар
12 Май 2023, 11:25

“Беҙҙең рухи аҙыҡ уларға сабырлыҡ, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт булып барып етһен”, - ти “Жамиғ” мәсете имам-хатибы Муса хәҙрәт

..

“Беҙҙең рухи аҙыҡ уларға сабырлыҡ, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт булып барып етһен”, - ти “Жамиғ” мәсете имам-хатибы Муса хәҙрәт“Беҙҙең рухи аҙыҡ уларға сабырлыҡ, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт булып барып етһен”, - ти “Жамиғ” мәсете имам-хатибы Муса хәҙрәт
“Беҙҙең рухи аҙыҡ уларға сабырлыҡ, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт булып барып етһен”, - ти “Жамиғ” мәсете имам-хатибы Муса хәҙрәт

Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә, мобилизацияланғандарға төрлө яҡлап ярҙам итеү саралары дауам итә.

Һәр эштең башланғысында булған районыбыҙ имамдары ла уларҙы уҡыған изге доғалары, улар өсөн үткәргән аяттары менән ир-егеттәребеҙҙең йөрөгән юлдарын  яҡтырталар, рухи көс бирәләр.

Был хаҡта беҙгә Аҡъяр ауылының “Жамиғ” мәсете имам-хатибы Муса хәҙрәт Мәхмүтов мәғлүмәт биреп: “Беҙ хәрбиҙәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ. Арабыҙҙа изге күңелле кешеләр бик күп. Килеп тыуған ауыр йылдарҙа һалдаттарыбыҙға битараф булмай, берҙәмлектә үткәрәү кәрәк. 

Махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә рухи яҡтан ярҙам итеү ҙә иң мөһим бурыстарҙың береһе. Яҡташтар өсөн аяттар уҡып, Аллаһ Тәғәләгә доғалар ҡылып торабыҙ. Бер үк имен-һау ғына йөрөп ҡайтһындар, Беҙ, дин әһелдәре, уларҙың иманын тағы ла нығытырға бурыслыбыҙ. Беҙҙең маҡсат билдәле – егеттәргә рухи терәк булып тупланғанбыҙ.

Ошо йәһәттән, махсус хәрби операциялар башланып киткәс, имамдар тарафынан  ағинәйҙәр ҡоро менән берлектә, махсус рәүештә яугирҙарҙың атай-әсәйҙәре саҡырылып,  күп ауылдарҙа аяттар үткәрелеп, уларға тәү сиратта кәрәк-яраҡ әйберҙәр тапшырылды. Егеттәрҙең ғаиләләренә “балаларығыҙ өсөн доға ҡылығыҙ” тиер инем. Пәйғәмбәребеҙ, бигерәк тә әсәйҙәрҙең доғаһы тиҙ ҡабул була, тигән. Шул уҡ ваҡытта хәрбиҙәребеҙҙең бар яҡындары доғалар ҡылһын ине. Яугирҙәргә, уларҙың атай-әсәйҙәренә, яҡындарына Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ, сәләмәтлек, ныҡлыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек, таһыллыҡ, көс-ҡеүәт бирһен. Эйе, беҙ яугирҙәребеҙгә кәрәкбеҙ, уларға рухи көс өҫтәргә тейешбеҙ.

Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған яҡташтарыбыҙ, ирекмәндәр махсус операцияла бурыстарын үтәй икән, беҙ уларға ышанабыҙ, улар менән ғорурланабыҙ”, - тине ул.

 

Автор:
Читайте нас