

Azur Air авиакомпанияһы Өфөнән Ҡыҙыл диңгеҙ курорттарына — Хургадаға һәм Шарм-әл-Шейхҡа тура авиарейстар аса. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«19 майҙан Шарм-әл-Шейхҡа осош программаһын асыла. 27 майҙа Хургадаға тәүге рейс юллана», — тип белдерҙеләр баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.
Осоштар 10 көнгә бер тапҡыр башҡарыла, юлда осоу ваҡыты — алты сәғәт. 238 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing 757–200 самолеттары йәлеп ителә.
Чартер рейстарына билеттар һатыла башлаған.
«Ошо рейстарҙан тыш, йәйгеһен AlMasria Universal Airlines авиакомпанияһы ла Мысырға пассажирҙар ташый», — тип өҫтәнеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә.