Яңылыҡтар
10 Май 2023, 18:24

Запастағы ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтергә саҡырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин запастағы рәсәйҙәрҙе быйыл хәрби уҡыуҙарға алыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған

Запастағы  ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтергә саҡырылаЗапастағы  ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтергә саҡырыла
Запастағы ир-егеттәр хәрби әҙерлек үтергә саҡырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин запастағы рәсәйҙәрҙе быйыл хәрби уҡыуҙарға алыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.


«2023 йылда запаста торған РФ граждандарын Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә, РФ милли гвардия ғәскәрҙәрендә, дәүләт органдарында һәм Федераль хәүефһеҙлек органдарында хәрби әҙерлек үтеүгә саҡырырға ҡарар итәм», - тиелә документта.

Хөкүмәткә һәм төбәк властарына хәрби әҙерлек үтеүгә саҡырыуға бәйле сараларҙы үткәреү йөкмәтелде.  

https://www.bashinform.ru/

Фото:Олег Яровиков

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас