

12 майҙа Өфөнән бишенсе доброволецтар батальоны хәрби күнекмәләр үтергә юллана. Хәрби формирование легендар генерал Таһир Күсимов исемен йөрөтә. Был турала оператив хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Республика етәксеһе батальонды оҙатыуҙы Өфөлә ойошторорға ҡушты. Батальон 12 майҙа Совет майҙанынан ҡуҙғаласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Ҡайһы бер осраҡта һәм һирәк һөнәргә эйә булыусылар араһында 65 йәшкә тиклемгеләр саҡырылыуы ихтимал. СВО-ла ҡатнашыусыларға ай һайын 204 мең һумдан алып аҡса түләнә. Контракт хеҙмәте буйынса ҡыҙыҡһыныусылар 117 һаны буйынса Берҙәм мәғлүмәт хеҙмәтенә, 122 йәки +7(347)218-19-19 телефоны буйынса ситуация үҙәгенә, шулай уҡ урындағы күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итә ала.
Автор:Эдуард Кускарбеков