Яңылыҡтар
8 Май 2023, 15:23

Яугирҙарға нисек күстәнәс ебәрергә?

СВО-ла ҡатнашыусыларға посылканы Рәсәй почтаһы ебәреү ҡайһы осраҡта бушлай була?

Яугирҙарға нисек күстәнәс ебәрергә?Яугирҙарға нисек күстәнәс ебәрергә?
Яугирҙарға нисек күстәнәс ебәрергә?

Май башынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыға 10 килограмға тиклем посылка бушлай килтереләсәк. Был турала Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Херсон һәм Запорожье өлкәләренә эш сәфәре барышында белдерҙе. Посылкаларҙы Рәсәй Почтаһының бөтә бүлексәләренә лә ебәрергә мөмкин. Өҫтәүенә, бер ебәреүсе ебәрә алған 10 килограмға тиклем посылкалар һаны сикләнмәй.

Вице-премьер Дмитрий Чернышенко был мөмкинлектән файҙаланып, посылка ебәрергә саҡырҙы. Был туғандарҙың һәм дуҫтарҙың хәстәрлеген һәм иғтибарын тойһон өсөн хәрбиҙәргә ярҙам итеү сараларының береһе.

Башҡортостанда шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһы филиалдары базаһында М. Шайморатов исемендәге ирекле штаб аша Башҡорт батальондарынан ирекмәндәр өсөн посылкалар ебәрергә мөмкин. Республикала ирекле штаб адрестары: https://clck.ru/32sdzo

Берҙәм логистика үҙәгендә Мобилизацияланған һәм Башҡортостан ирекмәндәре өсөн посылкалар ҡабул ителә. «БашСельХозТеника» склады базаһында эшләй: Өфө районы, Зубово ауылы, Аграр урамы, 8-се йорт, 1-се корпус. Берҙәм логистика үҙәгенең ҡыҙыу линияһы — 8 (347) 280-89-92.

 

Фото: "Рәсәй почтаһы" сайты.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас