

Аҡса урлау йәки мәғлүмәттәрҙе законға ҡаршы килгән маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн бөгөн кибермутлашыусыларҙың нисек эш итеүен аңлатыуҙы дауам итәбеҙ
Банк хеҙмәткәрҙәре исеменән шылтыратып, йыйылған кешбэкты һәм башҡа бонустарҙы аҡсаға алмаштырырға мөмкин булыуын хәбәр итәләр. Бының өсөн, йәнәһе лә, операцияны раҫлау һәм комиссия түләү өсөн банк мәғлүмәттәрен һәм банктан килгән СМС-кодты һорайҙар. Ысынында иһә, был мәғлүмәттәр мутлашыусыларға аҡса урлау өсөн кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, банк хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша финанс мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән картаның икенсе яғындағы өс һанлы кодты йәки СМС-кодты һорамай.
Мәғлүмәттәрҙең ситкә китеү осрағын тикшерергә тәҡдим итәләр - бының өсөн сайтҡа һылтанма ебәрәләр. Кеше был сайтта үҙенең банк мәғлүмәттәрен индереү менән ул мутлашыусыларға эләгә. Банк мәғлүмәттәренең юғалыу фактын тикшерерҙәй сайттар юҡ! Бер ҡасан да шикле сайттарҙа үҙегеҙҙең иҫәп йәки карта мәғлүмәттәрен индермәгеҙ, шикле электрон хаттарҙағы йәки СМС-хәбәрҙәге һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ.
Үҙәк банктың махсус иҫәбенә аҡса күсерергә тәҡдим итәләр - йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр һеҙҙең иҫәптән аҡса урларға маташа һәм сумманы һаҡлап ҡалыу өсөн уны Үҙәк банктағы «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә кәрәк. Ысынында иһә, "хәүефһеҙ" иҫәп реквизиттары енәйәтселәрҙеке. Потенциаль ҡорбандың уяулығын бөтөрөү өсөн мутлашыусылар Рәсәй банкыһын телгә ала.
Кредит алырға өгөтләйҙәр - йәнәһе лә, кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәре шылтырата, мутлашыусыларҙың һеҙҙең йәки туғанығыҙҙың исеменә кредит алырға маташыуын хәбәр итә. Бер аҙҙан һеҙгә банктың, хоҡуҡ һаҡлау органдары йәки Рәсәй банкыһының хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, шул мәғлүмәтте раҫлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн үҙ аллы онлайн йәки банк офисында мөмкин тиклем тиҙерәк «ҡаршы» кредит юлларға кәрәк. Кредиттың суммаһы билдәһеҙ кешеләр юллаған аҡса менән тап килергә тейеш. Кешене ышандырыр өсөн енәйәтселәр тиҙ арала эш итеүҙе һәм кредит тураһында бер кемгә лә һөйләмәүегеҙҙе һорай, сөнки банк хеҙмәткәрҙәре араһында мутлашыусыны табыу буйынса йәшерен операция үткәрелә. Бындай шылтыратыу булғанда шунда уҡ әңгәмәне туҡтатығыҙ.
Рәсәй банкыһының ҡыҙыу бәйләнеш телефоны: 8 (800) 300 3000 йәки кәрәҙле телефондан шылтыратыу өсөн - 300
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан