

Бөгөн Башҡортостанда - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө. Был көндө район ауылдары зыяраттарында өмәләр үтте, кәртәләр, ҡәберҙәр тәртипкә килтерелде. Район халҡы берҙәм, татыу, әүҙем, яуаплы эшләне.
Аҡъяр ауылы зыяратында ла кеше күп булды. Мосолман һәм христиан зыяраттарында өмәләр ойошторолдо. “Тепловик”, “АкваСервис”, “Строймонтаж” ойошмалары техникалары йәлеп ителде, ауыл кешеләре үҙҙәренең шәхси йөк машиналарында ла ярҙамға килде.
Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Ришат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, зыярат ҡоймалары, ҡапҡалар, сүп-сар контейнерҙары буялған. Ҡәберлектәр һәм уның тирә-яғынан яҡынса 60 кубометрға яҡын сүп-сар сығарылған. Тағы ла Таналыҡ йылғаһы ярҙары буйынса ике “КамАЗ” сүп-сар йыйылып, түгелгән.
--Әсәйем мәрхүмәнең тыуған көнө 5 май, ә бөгөн мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө. Тағы ла бында ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәмиғулла Торомтаев, башҡа яҡындарым ерләнгән. Был көндөң әһәмиәте ҙур. Дөйөм алғанда, халыҡ яҡындарының ҡәберлеген даими рәүештә тәрбиәләй, әммә был эш ойошҡан рәүештә бер көндө башҡарылһа, тағы ла зыярат территорияһы ла таҙартылһа, был бигерәк тә яҡшы,--тине Өфө ҡалаһынан килгән журналист, Аҡъяр егете Наил Әширов.