

Минингта район хакимиәте башлығы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров, ауыл биләмәләре башлыҡтары, яугирҙың ата-әсәһе, туғандары, яҡындары, дуҫтары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Наил Ғәббәсов 2000 йылдың 17 майында Ырымбур өлкәһе Энергетик ҡасабаһында донъяға килгән. Бында 2-се класты тамамлағандан һуң, уҡыуын Садовый ауылында дауам итә. 6-7-се кластарҙа 2-се Аҡъяр мәктәбендә белем ала. 2014 йылда Наил Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округы Башҡорт кадет корпусына 8-се класҡа уҡырға инә. Ул бик дисциплиналы, ҡуйылған көн тәртибен күҙәткән, спорт менән шөғөлләнгән, физик яҡтан үҫешкән егет була. 2018 йылда Новосибирск юғары хәрби команда Жуков орденлы училищеға уҡырға инеп, 2022 йылда уны уңышлы тамамлағас, лейтенант офицер званиеһында Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһы Персиановский ҡасабаһының 91706 хәрби часына йүнәлтелә. 2022 йылдың сентябренән взвод командиры вазифаһында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Наил Ғәббәсов 28 ғинуарҙа хәрби бурысын үтәгәндә Марьинка ҡалаһы бинаһын штурмлаған саҡта батырҙарса һәләк була. Лейтенант Наил Ғәббәсов үҙ ғүмерен тыуған илгә хеҙмәт итеүгә арнаны һәм һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡалды.Үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ була.