

Ошо көндәрҙә билдәле блогер Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән Мәскәүҙә абруйлы “PERSONO года 2023” премияһын тапшырыу сараһында ҡатнашҡан.
Был премия илебеҙҙең баш ҡалаһында йыл һайын үтеп тора. Премия Бөтә донъя интеллектуаль милек көнөнә бағышланған. Унда йәмғиәт, инновация технологиялары, мәҙәниәт, иҡтисад үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе хеҙмәттәре һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бүләкләйҙәр.
Беҙҙең яҡташыбыҙ иһә премияның “Иң мотивациялы блог” номинацияһында еңгән. Был уның донъялағы иң бейек тауҙарға тик ике ҡулында меңгәне һәм уны үҙенең блогында күрһәткәне өсөн бирелгән.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар