Яңылыҡтар
28 Апрель 2023, 09:18

«Аэрофлот» авиакомпанияһы Өфөнән Антальяға тәүге рейс башҡарҙы

-

«Аэрофлот» авиакомпанияһы Өфөнән Антальяға тәүге рейс башҡарҙы«Аэрофлот» авиакомпанияһы Өфөнән Антальяға тәүге рейс башҡарҙы
«Аэрофлот» авиакомпанияһы Өфөнән Антальяға тәүге рейс башҡарҙы

28 апрелдә «Аэрофлот» авиакомпанияһы Өфөнән Антальяға тәүге рейсын башҡарҙы, тип хәбәр иттеләр «Өфө аэропорты»ның матбуғат хеҙмәтенән.

Бөгөндән Урта диңгеҙ буйындағы курорттарға рейстар көн һайын башҡарыла.

«Аэрофлот»тан тыш, быйылғы миҙгелдә «Red Wings», «Corendon Airlines» һәм «Southwind Airlines» авиакомпаниялары ла Өфөнән Антальяға пассажирҙар ташый.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһынан яҡын сит илдәргә — Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Әрмәнстанға, Азербайжанға рейстар ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-28/krupneyshaya-aviakompaniya-rossii-vypolnila-pervyy-reys-iz-ufy-v-antalyu-3238615

 

Фото:Өфө аэрпорты

Автор:
Читайте нас