Яңылыҡтар
28 Апрель 2023, 16:10

11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә

Беренсе элемтә вышкалары Әбеш һәм Быҙаулыҡ ауылдарында ҡуйыла.

11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә
11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә

«Һанлы иҡтисад» милли программаһы сиктәрендә тауыш биреүҙә ҡатнашҡан тораҡ пункттар 4G элемтәһе менән тәьмин ителә башлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың көҙөндә Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы рәсәйҙәргә 2023 йылда 4G мобиль элемтәһе барлыҡҡа киләсәк тораҡ пункттар өсөн тауыш бирергә тәҡдим итте. Граждандар даими теркәлгән үҙ төбәгенең тораҡ пункты өсөн тауыш бирә алды. Тауыш биреүҙә хәйбуллалар ҙа әүҙем ҡатнашты.

Беренсе элемтә вышкалары Оло Әбеш һәм Быҙаулыҡ ауылында ҡуйыла. Бынан тыш, министрлыҡ райондың тағы  9 тораҡ пунктын юғары тиҙлекле мобиль интернет менән тәьмин итәсәк.

Әйткәндәй, «Һанлы иҡтисад» милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив яйға һалыу, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы.

11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә
11 ауылда мобиль элемтә барлыҡҡа килә
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас