Яңылыҡтар
27 Апрель 2023, 06:38

Хәйерле юл, егеттәр!

Яҙғы саҡырылыштың тәүге призывниктары әрмегә китте

Хәйерле юл, егеттәр!Хәйерле юл, егеттәр!
Хәйерле юл, егеттәр!

Элек-электән Ватанға хеҙмәт итеү ир-егеттәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе булған һәм бөгөн дә ул шулай булып ҡала.18 йәше тулған егеттәр мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫа. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр  тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.

 Хәйбулла районынан ике егет әрме хеҙмәтенә юлланды: Аҡъяр ауылынан Никита Бирюков һәм Петропавловка ауылынан Айтуған Иҫәнғәлиев. Ғәзиздәрен оҙатырға  ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килгәйне. Һәр кемдең теләге бер: илебеҙ тыныс, имен булһын, егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итеп, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Әйткәндәй, буласаҡ һалдаттар бер йыл хеҙмәт итәсәк һәм улар махсус хәрби операцияла ҡатнашмаясаҡ.

Һалдаттарға еңел, имен  хеҙмәт теләйбеҙ. Хәйерле юл, егеттәр!

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас