Яңылыҡтар
27 Апреля 2023, 10:25

Башҡортостанда халыҡҡа урманға барыу тыйыла

Сикләү 30 апрелдән 15 майға тиклем ғәмәлдә була.

Башҡортостанда халыҡҡа урманға барыу тыйылаБашҡортостанда халыҡҡа урманға барыу тыйыла
Башҡортостанда халыҡҡа урманға барыу тыйыла

Урман хужалығы министры бойороғо донъя күрҙе. Бындай ҡарар юғары янғын хеүефе менән аңлатыла. Сикләү осоронда урманда даими күҙәтеү ойошторола. Тәртипте боҙған өсөн 50 мең һумғаса штраф һалына. Республикала көндәр йылы һәм ҡоро тора. Әле янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Халыҡҡа усаҡ яғыу, сүп-сар һәм ҡоро үлән яндырыу тыйыла.

 

Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Автор:
Читайте нас