Яңылыҡтар
25 Апрель 2023, 05:43

Тиҙ генә ябығырға теләһәгеҙ...

Һомғол кәүҙәле кеше - сәләмәт кеше. 

Тиҙ генә ябығырға теләһәгеҙ...Тиҙ генә ябығырға теләһәгеҙ...
Тиҙ генә ябығырға теләһәгеҙ...

Һомғол кәүҙәле кеше - сәләмәт кеше. Белгестәр шулай ти. Һау-сәләмәт булыуы ҡыйын түгел ул.

Эксперттар тиҙ ябығыу ысулдарын өйрәтә:

- Төп туҡланыу ваҡыттары (иртәнге, төшкө, киске аш) араһында артыҡ шәкәрле, майлы ризыҡтарҙы ҡапҡылауҙан баш тартығыҙ. Иң яҡшыһы - йәшелсә-емеш, сәтләүектәр.

- Алкоголдең зыянын былай ҙа беләһегеҙҙер.

- Йоҡо туймау гормональ дисбалансҡа килтерә. Ә дисбаланс организмды гел ас тип хис иттерә. Бәй, ас булғас, кеше ашай ҙа ашай инде. Шуға ла тулы һәм тыныс йоҡоға иғтибар итегеҙ.

- Йәйәү йөрөү, спорт, көр кәйеф, сәләмәт тормош - һәм һеҙ артыҡ ауырлыҡтың нимә икәнен дә онотасаҡһығыҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова.
Автор:
Читайте нас