

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров эш сәфәре менән районға килде.
Эш сәфәре планы бик тығыҙ булһа ла сәйәсмән халыҡ менән ихлас осрашты, уларҙың тәҡдимдәрен, фекерҙәрен тыңланы. Парламентарий районда әһәмиәтле төҙөлөш объекттары – Аҡъярҙа 3-сө полилингваль мәктәбе һәм бассейн, шулай уҡ Өфө ауылы мәктәбендә капиталь ремонт эштәре менән дә яҡындан танышты. Өфө ауылында ял-спорт комплексын асыу тантанаһында баш ҡала ҡунағы йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешен алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы һәм заманса йыһазландырылған объекттың буш тормаясағына ышаныс белдерҙе.
Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 17-се һанында уҡығыҙ.