Яңылыҡтар
25 Апрель 2023, 15:19

Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды

Төҙөкләндерелгән парк Өфө ауылы халҡының яратҡан урынына әүерелеп тә бара. Файҙалы һәм кәрәкле спорт-ял комплексында балаларҙың шат тауышы тынмаһын, һәр саҡ үҙенә саҡырып, оҙаҡ хеҙмәт итһен. Ауыл халҡына был матурлыҡты һаҡларға, ҡәҙерләргә һәм рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала.

Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылдыӨфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды

Был донъяла һәр кемдең үҙенә генә яҡын һәм ҡәҙерле төйәге була. Күптәр ауылыбыҙ үҫһен, матурланһын, уның халҡы матур тормош ҡороп йәшәһен, тип борсола, төрлө башланғыстар, тәҡдимдәр менән сығыш яһайҙар, уларҙы бойомға ашырыуҙан да ситтә ҡалмайҙар. Ошондай изге ниәттәр менән районда төҙөкләндереү буйынса байтаҡ ҡына эштәр башҡарыла. Бөгөн Өфө ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды - спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды. Унда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Өфө ауыл биләмәһе башлығы Даян Кәримов, ауыл халҡы 

Был объект «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк проекты буйынса төҙөлә. Ул дөйөм тауыш биреү ярҙамында һайлап алынған.  

Парк өсөн ауылдың мәҙәниәт йортоноң биләмәһенә ҡараған территория – элекке спорт стадионы һайланған. Заманса паркты булдырыуҙың төп маҡсаты – уңайлы, төҙөк йәмәғәт урындарын арттырыу, халыҡты мәҙәни ял итеүгә, спорт менән шөғөлләнеүгә саҡырыу. Уйын һәм спорт ҡорамалдары майҙансыҡтары ике өлөштән тора. Уларға хәүефһеҙ резина япмалары йәйелгән. Футбол майҙансығы тирәләй йүгереү өсөн киң юл һалынған, шулай уҡ көйәрмәндәр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған.

Бөтә биләмәне иңләп-буйлап үткән тротуарҙар уны айырым өлөштәргә бүлә. Быға тиклем ҡуйылғандарға өҫтәп тағы ла яҡтыртыу фонарҙәре ҡуйыу планлаштырыла. Әйткәндәй, электр бағаналарға ер аҫтынан үткәрелгән. Былай хәүефһеҙ ҙә, эстетик яҡтан зауыҡлы ла.  Үҙәк түңәрәк майҙансыҡҡа асфальт түшәлгән, асыҡ һауалағы сәхнә, шулай уҡ эскәмйәләр монтажланған.

Әйтергә кәрәк, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә хасил булған парк ауыл халҡының яратҡан урынына әүерелеп тә бара. Спорт-ял итеү комплексы балаларға ла, ололарға ла күтәренке кәйеф һәм рәхәтлек бирә, ғаилә менән килеп күңелле итеп ял итеү өсөн дә уңайлы урын. Бында уйнап йөрөгән балаларҙан уҡ күренеп тора: улар береһенән ялҡһа, икенсеһенә бара, иркен урында йүгереп тә алалар, үҙҙәренең ниндәй көслө, етеҙ булыуҙарын күрһәтәләр. Матур һәм уңайлы йәшәүҙе күҙ уңында тотоп шарттар булдырылыуына рәхмәтле булыуҙарын балаларҙың нисек шатланып уйнауҙарына ҡарап та күрергә була ине.

Файҙалы һәм кәрәкле спорт-ял комплексынан балаларҙың шат тауышы тынмаһын, һәр саҡ үҙенә саҡырып, оҙаҡ хеҙмәт итһен. Ауыл халҡына был матурлыҡты һаҡларға, ҡәҙерләргә һәм рәхәтләнеп ял итергә генә ҡала.

Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Өфө ауылында спорт-ял итеү комплексы тантаналы асылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас